Использование информационно-компьютерных технологий на уроках башкирского языка и литературы

Автор: Хасанова Регина Радисовна

Организация: МОАУ СОШ 13

Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Нефтекамск

Аннотация: Данная статья посвящена вопросу использования ИКТ (информационно-компьютерных технологий) на уроках башкирского языка и литературы. Раскрыты приемы активизации познавательной деятельности обучающихся с применением мультимедийных технологий с целью повышения эффективности педагогического процесса в школе.

Ключевые слова: информационно-компьютерные технологии, интерактивная доска, презентация, Microsoft Power Point.

Бөгөнгө донъя ҡатмарлы, тиҙ үҙгәреүсән. Шуның менән бәйле рәүештә мәғарифтең дә яңы шарттарҙа йәшәргә һәләтле кеше тәрбиәләүҙәге яуаплылығы арта бара. Социаль-тари­хи һәм мәҙәни процестың шундай субъекты булып һәр яҡтан камил, рухи яҡтан үҫкән шәхес тора. Ул шул мөхиттә йәшәргә һәләтле булыу менән бергә унда актив эшләү күнекмәләренә лә эйә булырға тейеш.

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы педагогик технологиялар көндән-көн активраҡ ҡулланыла бара. Бөгөнгө уҡыу-уҡытыу процесы уҡытыусылар алдына яңы педагогик технологияларға таянып эшләү, уҡыу-уҡытыу эшендә уларҙың барыһын да теге йәки был дәрәжәлә ҡулланыу маҡсаттарын ҡуя. Шулар менән бергә, заман алға барған һайын, бөгөнгө уҡыу-уҡытыу процесында иң әһәмиәтле урынды заманса технологияларҙың береһе булған компьютер технологияһы алып тора. Уны дәрестәрҙә ҡулланыу торған һайын үҫә, камиллаша бара.

Технология (techne – грек һүҙе, сәнғәт, оҫталыҡ тигәнде белдерә) терминының эстәлеге энциклопедик һүҙлектә, «фәндең йәки етештереү өлкәһенең билдәле бер тармағында ҡулланылыусы метод, алым һәм ысулдар йыйылмаһы» тип аңлатыла. Башҡорт телен уҡытыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланыу практик эштә төп урынды алып торорға тейеш. Телде өйрәтеүҙең төп сараларын билдәләү, уҡытыу-тәрбиә эшсәнлеген ойоштороу һәм үткәреүгә булышыусы барлыҡ уҡыу материалы белем биреү сараһы булып һанала. Башҡорт теле дәрестәрендә лә информацион технологияларҙы ҡулланыуҙың өҫтөнлөгө бәхәсһеҙ. Барынан да элек, әлеге технология – шәхескә йүнәлтелгән, ныҡлы һәм вариатив булыуы менән айырылып тора. Компьютер, күргәҙмәлелекте һәм контроллекте тәьмин итеп, күп мәғлүмәт биреп, уҡытыуҙың сифатын күтәрергә ярҙам итә.

Компьютер технологияһының өҫтөнлөгө:

  1. Күргәҙмәлелек
  2. Мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеше(текст,төшөрөлгән графика,слайдтар,реалистик һүрәттәр)
  3. Стереотауыш(музыка,төрлө тауыштар)
  4. Анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр,видео)

Технологияның принцибы-компьютерҙа,Интернет селтәрендә айырым бер программа менән генә эшләү түгел,ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уҡытыусы алдында торған төп бурыс-уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуҙың юлдары һәм ысулдары күп төрлө. Шуларҙың береһе – интерактив таҡталар ҡулланыу.

Икенсе кластан тәүге дәрестән үк, грамотаға өйрәтеү менән бер ҡатарҙан, башҡорт теленең фонетикаһын, орфографияһын, граматикаһын, пунктуацияһының төшөнсәләрен өйрәтергә тейешбеҙ, ә практик эш башҡорт теле дәресендә сит телде өйрәнеүҙә ҡулланған алымдар менән эшләп булмай. Туған тел дәреслегебеҙ бик матур, бай йөкмәткеле, әммә ҙур күләмлелеге менән эш ҡатмарлана, текстарҙың эстәлегенә төшөнгәнсе уҡыу телмәре ситтә ҡала.

Шуның өсөн уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтергә, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк, был йәһәттән заманға ярашлы башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ҡулланыу мотлаҡ.

Дәрестә интерактив таҡта ҡулланыу, уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Улар ҙур теләк менән дәрескә йөрөй, балаларҙа фәнгә ҡарата уртаҡ ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, һәр уҡыусыла, хатта оялсан балала ла таҡтаға сығып эшләү, яуап биреү теләге тыуа.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар, (яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.

Интерактив таҡта аша беҙ уҡыу принцибының бер төрөн тормошҡа ашырабыҙ – ул күргәҙмәлелек, унда төрлө күләмле һәм күп планлы мәғлүмәтте урынлаштырырға була.

Интерактив таҡта ярҙамында күргәҙмә материал бөтә класҡа күренә, ә был үҙ сиратында - уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеүҙә булыша.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу – үтә лә яуаплы, аҡыл көсө менән күңел көсөн талап итеүсе эш. Һәр дәрескә уҡыусы теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш алымдарын һайларға кәрәк.

Дәрестәр өсөн презентациялар яһау ҙа уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы яңы теманы аңлатҡанда, материалды нығытҡанда, яҙыусыларыбыҙҙың тормош юлдары менән таныштырғанда, кластан тыш сараларҙа ҡулланып була. Microsoft Power Point программаһы нигеҙендә төрлө темаларға презентациялар һәм слайдтар әҙерләргә, уларҙы һуңғы ваҡытҡа ҡәҙәр киң ҡулланған ҡағыҙ плакат һәм таблицалар урынына күргәҙмәлелек рәүешендә файҙаланырға була. Шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә өй эштәре итеп тә, ижади эш формаһында ла, өҫтәмә белем биреү дәрестәрендә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин.

Электрон презентация – уҡытыусы тарафынан дәрестә ҡулланыла торған һәм уның аңлатмалар биреүен һәм өҫтәмәләр кертеүен талап иткән ярҙамсы сара. Презентация слайдтарын дәрес материалын аңлатҡанда, үҙләштергән белемдәрҙе нығытҡанда йәки дәрестә проблемалы ситуациялар булдырған саҡта ҡулланыу айырыуса уңышлы. Дәрестәрҙә компьютер презентацияларын файҙаланыу башҡорт теле фәнен тағын да эстәлеклерәк, тәьҫирлерәк, нәтижәлерәк уҡытыу мөмкинлеге бирә. Ул өлкән кластарҙа үткәрелә торған лекция тибындағы дәрес структураһына ла бик урынлы кереп урынлаша.

Яңы материалды аңлатҡан саҡта презентация бирелешенең мөмкинлектәре бик ҙур. Слайдтарҙы күрһәтеү тәртибе һәм төҙөү логикаһы өйрәнелә торған материалдың йөкмәткеһенә, айырым класс уҡыусыларының уны үҙләштереү үҙенсәлектәренә, уҡытыусы шәхесенә бәйле. Был осраҡта уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәттең ниндәй булыуы ла иғтибарға алынырға тейеш. Слайдтарҙы текст менән сыуарламаҫҡа кәрәк. Унда, башлыса, даталар, исем, термин, рәсем, схема, ҙур булмаған таблицалар, ҡыҫҡаса тезистар яҙыла. Слайдтың масштабы, төҫө, фоны алдан уйланыла.

Дәрес темаһын аңлатыу – тулыһынса презентациялап барырға тейеш тигән һүҙ түгел. Аңлатыу барышында дәреслек менән дә эшләнә, таҡтаға һәм дәфтәрҙәргә лә яҙыла, ҡағиҙәләр менән дә эш ителә. Был осраҡта слайдтарҙа бары тик терминдар йәки ҡағиҙәләр генә яҙыла. Дәрес материалын беренсел нығытҡанда әңгәмә һәм тестар менән эш итеү ҡулайлыраҡ.

Әгәр презентация дәрестең барлыҡ этаптарында ла ҡулланылһа, уның айырым өлөштәрен төрлө фондарҙа күрһәтеү отошлораҡ. Тик шуныһы бар: дәрестә слайдтарҙы кирәгенән артыҡ күп ҡулланыу менән мауыҡмаҫҡа кәрәк, шул уҡ ваҡытта бер төрлө лә булмаһын – бына шул саҡта ғына уларҙы ҡулланыу уңай нәтижә бирәсәк.

Белемдәрҙе йомғаҡлау һәм системалаштырыу. Ҡағиҙә булараҡ, был – үҙе бер дәрес. Бындай дәрес презентацияһына өйрәнелә торған терәк схемалар, таблица, диаграммалар, күнегеү фрагменттары индерелә. Бындай презентация ҡатғи логика менән айырылып торорға тейеш түгел. Төрлө фондарҙы, анимация элементтарын да ҡулланырға була.

Дәрестәрҙә презентациялар төҙөү һәм ҡулланыу тураһындағы фекерҙәрҙе дөйөмләштереп, түбәндәгеләрҙе әйтергә мөмкин:

  • Анимация күп һәм артыҡ актив булмаҫҡа тейеш. Баланың төп иғтибар теманы үҙләштереүҙән ситкә китергә тейеш түгел.
  • Фонға айырым иғтибар бирелергә тейеш. Ҡараңғы һәм артыҡ киҫкен төҫтәргә яҙылған яҙыуҙар уҡыусы иғтибарын ситкә ебәрә. Төҫтәрҙең һәм тексттың йыш алмашыныуы ла файҙаға түгел.
  • Тауыш ҡатнашында биреү ҙә артыҡ. Был осраҡта уҡытыусы аңлатма биреп бармаған видеофрагменттар ғына иҫкәрмә булып тора.
  • Электрон презентацияларҙы өй эшенең бер төрө итеп тә бирергә мөмкин. Бындай биремдәрҙе үтәгән саҡта уҡыусылар компьютер менән эш итергә, үҙ фекерҙәрен төгәл һәм ҡыҫҡа итеп әйтергә өйрәнә. Был презентацияларҙы уҡытыусы аңлатҡан саҡта ла, өй эштәрен тикшергәндә лә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн ваҡыт та аҙ һорала. Уҡыусылар яңы презентациялар менән тәнәфес ваҡытында ла, дәрестән тыш буш ваҡыттарҙа ла бик теләп таныша алалар. Улар, үҙҙәре башҡарған эштең кәрәклеген тойоп, өй эше биремдәрен үтәүгә етдирәк тә ҡарай башлай. Хатта докладтар һәм төрлө сығыштар әҙерләргә бик үк атлығып тормаған уҡыусылар ҙа компьютер менән бик теләп эшләйҙәр.

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк. Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә. Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер – аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр. Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Компюттер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар. Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

2. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

3. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2010.

4. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2011.

5. Фәхрисламова Г.И. Дәресте заманса төҙөү методикаһы хаҡында //Башҡортостан уҡытыусыһы, №12, 2012

6. Социальная сеть работников образования nsportal.ru.

7. http://pedsovet.su/


Приложения:
  1. file0.docx.. 25,2 КБ
Опубликовано: 29.01.2024